Ни өсөн бензинды гаражда йәки торлаҡ бинала һаҡларға ярамай? — 14 июля 2026 г. в 15:41:54.777
Ни өсөн бензинды гаражда йәки торлаҡ бинала һаҡларға ярамай? 😌Тыныс бүлмәне күҙ алдына килтерегеҙ: иҙәндә бензин тултырылған ябай пластик шешә тора. Тәү ҡарашҡа – ул хәүефһеҙ кеүек. Әммә был, тыныс ҡына күренгән һауыт эсендә күҙгә күренмәҫ пар барлыҡҡа килә. Һәм ниндәйҙер бер мәлдә иң бәләкәй осҡон – йә йоҡларға ятҡанда утты һүндереүҙә, хатта иҙәнгә аяҡ кейеме ышҡылыуы ла тыныс кисте ҙур фажиғәгә әйләндереүе ихтимал. Шуға күрә бензинды теләһә ниндәй һауытта – һәм бигерәк тә торлаҡ биналарҙа һаҡларға ярамай. Уны– тик бөтә хәүефтәрҙе иҫәпкә алып яһалған махсус канистрҙа ғына һаҡларға кәрәк. Был хаҡта бөгөн ҡала хакимиәтендә баҡсасылыҡ ширҡәттәре (СНТ) һәм гараж кооперативтары рәйестәре менән үткән кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов билдәләүенсә, яғыулыҡ менән бәйле ҡатмарлы хәл арҡаһында ҡала халҡы бензинды күпләп һатып ала башланы һәм уны төрлө һауыттарға тултыралар. — Кемдер бер генә канистр менән сикләнмәй, яһалма дефицит та тыуҙыра. Хатта торлаҡ йорттарҙың балконында бензин һаҡлау осраҡтары ла теркәлде. Ләкин барыһы ла белергә тейеш: бензинды тик ошо маҡсат өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙа ғына һаҡларға кәрәк. Юғиһә, был янғынға, хатта тағы ла насарыраҡ хәлгә килтереүе ихтимал, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Павел Николаевич. Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм янғын профилактикаһы бүлеге начальнигы Рәсим Мөхәмәтйәнов яныусан һәм тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаларҙы хәүефһеҙ һаҡлауҙың төп шарттарын атаны. Ул мотлаҡ яҡшы елләтелгән бүлмәлә, хәүефле шыйыҡсаларҙы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән һауытта булырға тейеш. Уны ҡояш аҫтында йәки йылытыу приборҙары янында ҡалдырырға ярамай❌ Кәңәшмә барышында баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм гараж кооперативтары милекселәре менән йыйылыштар үткәрергә ҡарар ителде. Хужалар менән инструктаж үткәреләсәк✅ ❣️Мәғлүмәт таҡталарына янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртмәләр эленәсәк. Шулай уҡ күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм янғын профилактикаһы бүлеге Граждандарҙы яҡлау идаралығы менән берлектә кооперативтар һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре буйлап йөрөп, һәр хужа менән аңлатыу эштәре алып барасаҡ. ❤️🔥Хөрмәтле ҡала халҡы❤️🔥 Бензинды канистрҙар менән алып,һеҙ яһалма дефицит тыуҙырып ҡына ҡалмайһығыҙ, үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе лә хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ❗️ "Запасҡа"тип канистрға тултырылған бензин янғынға килтереүе мөмкин. Тағы ла тап ошо «запас» кәрәкле мәлдә махсус техниканы – ашығыс медицина ярҙамы, янғын һүндереү хеҙмәте йәки полицияны – яғыулыҡһыҙ ҡалдырыуы ихтимал.

