Башҡорт балы Европаға оҙатылды — 14 июля 2026 г. в 08:11:34.621
Башҡорт балы Европаға оҙатылды Башҡорт балы сит ил баҙарҙарын яулауын дауам итә: Сербия продукцияның яңы партияһын һатып алды. Һуңғы партияға 20 тонна сәскә балы индерелде — ул 200 литрлыҡ 70 мискәгә тултырылған. Экспортлаусы сифатында Өфө предприятиеһы сығыш яһай, ул сит илгә тауар ебәреү күләмен арттырыу буйынса тотороҡло динамика күрһәтә: йыл башынан компания сит илдәргә 100 тоннанан ашыу тәбиғи продукция оҙатҡан. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең (Россельхознадзор) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, бөтә продукция ла талаптарға яуап бирә һәм кәрәкле сертификаттарға эйә. Фото: Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән.

