Стәрлетамаҡ гимнасткаһы Полина Дмитриева Рәсәй чемпионатының күпбәйге финалында һынатма... — 13 июля 2026 г. в 13:02:39.721
Стәрлетамаҡ гимнасткаһы Полина Дмитриева Рәсәй чемпионатының күпбәйге финалында һынатмай, 54,999 балл йыйып, илдең абсолют чемпионы Анна Калмыкованы артта ҡалдырған. 🌺14 йәшлек Полина Дмитриева быға тиклем дә Рәсәй беренселектәрендә бер нисә тапҡыр абсолют чемпион титулын яуланы һәм халыҡ-ара ярыштарҙа (мәҫәлән, Баҡылағы халыҡ-ара турнирҙа 6 алтын миҙал алып) ҙур уңыштарға өлгәште. 🌸"Бындай һөҙөмтә беҙҙә әлегә булғаны юҡ ине. Тиҙҙән был спорт төрөндә беренсе олимпия миҙалы ла барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ», – тип өҫтәне Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

