❤️Ҡала — ул ябай ғына урамдар, йорттар һәм эскәмйәләр түгел. Был — беҙҙең уртаҡ өйөбөҙ.... — 29 июля 2026 г. в 07:09:44.335
❤️Ҡала — ул ябай ғына урамдар, йорттар һәм эскәмйәләр түгел. Был — беҙҙең уртаҡ өйөбөҙ. Унда беҙ үҫәбеҙ, балалар менән йөрөйбөҙ, дуҫтар менән осрашабыҙ, эшкә ашығабыҙ һәм оҙайлы көндән һуң ҡала урамдарынан атлап ҡайтабыҙ. Ә кемдер ҡала мөлкәтен боҙһа — майҙансыҡтарҙы емерһә, стеналарға яҙһа, фонарҙарҙы ватһа, ул ябай ғына әйберҙе боҙмай. Ул беҙҙең уртаҡ йылылыҡтың, уңайлыҡтың, ҡала йәненең бер өлөшөн емерә. 🥹Күптән түгел беҙҙең парктарҙа эскәмйәләр тағы ла зыян күрҙе: кемдер таҡталарын һындырып ташлаған, хатта был эскәмйәләрҙә пенсионерҙар ял итеүен, йәш әсәләрҙең коляскалар менән ултырыуын аңларға теләмәгән кеүек ҡыланалар. 📌 Вандализм ҡайҙан килеп сыға һуң? Бәлки, кемдер башҡаларҙан айырылып торорға, үҙеңде «текә» итеп тойорға теләүҙән килеп сығамы, әллә үҫмерҙәрҙең шулай “шаярыуымы”? Әллә "был минеке түгел, тимәк, була» тип уйлауҙарынанмы? 🎀Һәр фонарь, һәр сүп һауыты, һәр сәскә түтәле — тиҫтәләгән кешенең: төҙөүселәрҙең, рәссамдарҙың, йәшелләндереүселәрҙең, ихата таҙартыусыларҙың хеҙмәт емеше. ☎️Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Әйҙәгеҙ, ҡала мөлкәтенә һаҡсыл ҡарайыҡ, кеше хеҙмәтен хөрмәт итәйек, йәмәғәт урындарында йөрөү ҡағиҙәләрен үтәйек һәм балаларыбыҙ менән аңлатыу эштәре алып барайыҡ. 🎊Был темаға ҡағылышлы ҡала халҡының фекере менән гәзиттең киләһе һанында таныша алаһығыҙ.

