Стәрлетамаҡта ике слесарь хөкөм ителде. — 28 июля 2026 г. в 08:14:06.372
Стәрлетамаҡта ике слесарь хөкөм ителде. 📌Суд торлаҡ йортта булған ғәҙәттән тыш хәл буйынса газ хеҙмәтенең ике хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. 📌Ваҡиға 2024 йылдың июлендә булған: ир-егеттәр газ еҫе сығыуы тураһындағы саҡырыу буйынса килгәндәр, етешһеҙлекте тапҡандар, әммә хәүефһеҙлекте тәьмин итмәгәндәр. Уларҙың береһе газ плитәһен ҡабыҙған, осҡондан шартлау килеп сыҡҡан. 📌Был фажиғә бер кешенең ғүмерен өҙгән, тағы өс кеше ауыр йәрәхәт алған, бишәүһе еңел һәм уртаса ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән дауаханаға эләккән. 📌Ике хеҙмәткәр ҙә үҙ ғәйебен танымай. Суд һәр береһенә 2,5 йылға газ менән бәйле хәүефле эштәр менән шөғөлләнеүҙе тыйып, колония-поселениеға 3 йыл да 4 айлыҡ яза тәғәйенләгән. Зыян күреүселәр компенсация талап итергә хоҡуҡлы. Хөкөм ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән.

