Күп балалы ғаиләләргә 622 800 һум түләнә — 5 августа 2026 г. в 09:25:58.798
Күп балалы ғаиләләргә 622 800 һум түләнә Башҡортостанда 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр 622 800 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала ала. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, ул ярҙам сараларының асыҡлығын арттырыуға һәм балалы ғаиләләрҙең именлеге өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Әгәр ғаиләлә опекаға йәки попечителлеккә алынған балалар булһа, улар ғаиләлә кәмендә өс йыл йәшәргә тейеш. Өҫтәмә мәғлүмәтте берҙәм контакт-үҙәктең бушлай номеры буйынса алырға мөмкин: 8-800-100-00-01.

