Өфөлә ҡурайсы роботты башҡорт көйҙәренә бейеткән — 5 августа 2026 г. в 06:05:03.093
Өфөлә ҡурайсы роботты башҡорт көйҙәренә бейеткән Өфөлә «Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлеген артабан киңәйтеү» бизнес-форумын асыу тантанаһында түбәтәй һәм елән кейгән робот ҡурай көйөнә бейегән. Форумда химия, мебель, туҡыма, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, шулай уҡ төҙөлөш материалдары һәм ауыл хужалығы тармаҡтарынан 110 Үзбәкстан предприятиеһы вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостандан йөҙҙән артыҡ төбәк компанияһы тәҡдим ителгән. Бөгөн, 5 августа, партнёрҙар эҙләү буйынса ике яҡлы һөйләшеүҙәр һәм яңы килешеүҙәрҙе төҙөү көтөлә.

