ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР — 4 августа 2026 г. в 12:00:36.186
ЭТ-БЕСӘЙҘӘРГӘ ТӘМЛЕКӘСТӘР Стәрлетамаҡ етештереүселәре иғтибар үҙәгендә Санкциялар шарттарында ла, ғөмүмән үҙебеҙҙең етештереүселәргә иғтибар ныҡлы арта башланы. Уйлай китһәк, ысынлап та, ниңә сит илдән тауар һатып алырға, шундай уҡ сифатлы, әммә күпкә осһоҙораҡ, иң мөһиме ышаныслы продукцияны үҙебеҙҙә лә табып була бит. Мәҫәлән, яңыраҡ “Ашығыс эксперт ярҙамы” проекты сиктәрендә ҡалабыҙға “БР экспортҡа ярҙам итеү үҙәге” акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Рита Аҡсурина һәм БР тышҡы-иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Розалия Хөрмәтуллина килеп, эт һәм бесәйҙәр өсөн аҙыҡ етештереүселәр менән осрашып, кәңәштәрен бирҙе, хеҙмәттәшлеккә саҡырып, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте. https://ashkadar.com/articles/esh-yuar/2026-08-04/et-bes-y-rg-t-mlek-st-r-4772149

