“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ — 27 августа 2026 г. в 05:54:20.942
“САУҘАГӘР 2.0”: МЕҢӘРЛӘГӘН ОҪТА, ЯҢЫ МАЙҘАНСЫҠТАР ҺӘМ ӨС КӨНЛӨК БАЙРАМ Быйылғы “Сауҙагәр 2.0” фестивале айырыуса иғтибарға лайыҡ – ул Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арнала. Юбилей фестиваленең ниндәй буласағын белер өсөн, беҙ ҡала хакимиәте башлығының бизнес һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Айнур Наил улы Юнысов менән әңгәмәләштек. – Айнур Наилевич, “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) фестивале быйыл айырым бер мәғәнәгә эйә – ул Стәрлетамаҡтың юбилейы менән тап килә. Масштабтың үҙгәреүе һиҙеләме? – Һис шикһеҙ. Быйыл Стәрлетамаҡ үҙенең 260 йыллығын билдәләй һәм беҙ ҡала көнөн “Сауҙагәр 2.0” фестивале менән берләштерергә ҡарар иттек. Улар 4-6 сентябрҙә бергә үтәсәк. Был тәбиғи ҡарар: “Сауҙагәр” күптән инде ҡалабыҙҙың визит карточкаһына әүерелде, уның асылын – йомарт, ҡунаҡсыл, матур һәм һәр ваҡыт ғәжәпләндерергә әҙер булыуын сағылдыра. Ә был юлы беҙҙең ғәжәпләндерерлек нәмәләребеҙ бар, сөнки был – беҙҙең Стәрлетамаҡтың тыуған көнө. Тулыраҡ мәғлүмәтте сайттан уҡығыҙ: 😍https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-08-27/sau-ag-r-2-0-me-rl-g-n-o-ta-ya-y-may-ansy-tar-m-s-k-nl-k-bayram-4794060

