Төньяҡ ҡотопта башҡорт ҡурайы яңғыраны — 27 августа 2026 г. в 04:00:08.055
Төньяҡ ҡотопта башҡорт ҡурайы яңғыраны AY YOLA төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов Төньяҡ ҡотопта «Урал» көйөн уйнаған. Был хаҡта артист социаль селтәрҙә хәбәр итте. Ринат Рамаҙанов ҡурайҙы Урал тауҙарында ҡырҡып алған, ә уйын ҡоралын Төньяҡ ҡотопта эшләгән. Ҡурайҙың оҙонлоғон йоҙроғо менән үлсәп, уйымдар яһап, башҡорт халҡының «Урал» көйөн уйнап ишеттергән. «Ҡурай музыка ҡоралы ғына түгел. Ул кешене тәбиғәткә яҡынайта. Ҡурайсы тыуған еренә һөйөүен, тәбиғәттең хозурлығын һүҙҙәр менән әйтә алмағанды ҡурай моңо аша еткерә», — тип һөйләне Ринат Рамаҙанов. AY YOLA төркөмө 22 илдең делегацияһы составында «Еңеүгә 50 йыл» атом судноһында Төньяҡ ҡотопҡа юлланды.

