28 сентябрҙә Радий Хәбиров «Фармстандарт-ӨфөВита» компанияһының яңы административ һәм е... — 29 сентября 2026 г. в 12:17:33.262
28 сентябрҙә Радий Хәбиров «Фармстандарт-ӨфөВита» компанияһының яңы административ һәм етештереү-склад корпусын асыу тантанаһында ҡатнашты Был республикала ғына түгел, илдә лә иң эре предприятиеларҙың береһе булып тора. Уның номенклатураһында 230-ҙан ашыу дарыу препараты бар. Яңы объект инвестиция проекты сиктәрендә төҙөлгән, 10 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған. Комплекс территорияһында йылына яҡынса 75 миллион төргәк продукция етештереү мөмкинлеге булған заманса линиялар, шулай уҡ лабораториялар, складтар һәм офистар урынлашҡан. Производствоны сафҡа индереү 250-гә яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән. «Фармстандарт-ӨфөВита» — XXI быуат предприятиеһы, илдең фармацевтика сәнәғәте лидерҙарының береһе», — тип билдәләне Радий Хәбиров.