Башҡортостандан МХО биләмәһенә 118 бронялы «Урал» машиналары оҙатылған — 29 сентября 2026 г. в 08:15:01.480
Башҡортостандан МХО биләмәһенә 118 бронялы «Урал» машиналары оҙатылған Махсус хәрби операция барған биләмәлә Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн әҙерләнгән бронялы күп тонналы «Урал»дар ҙур һорау менән файҙалана һәм үҙҙәрен иң яҡшы яҡтан күрһәтте. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында Радий Хәбиров белдерҙе. «Беҙҙең командирҙар был машиналарҙы маҡтай», — тине Радий Хәбиров. Фронтҡа бөтәһе 118 бронялы «Урал» ебәрелгән, тине ул. Башҡортостанда МХО өсөн бронялы машиналар әҙерләү менән Өфөнөң «Сервис-Мастер» предприятиеһы шөғөлләнә. Предприятиела был эш 2022 йылдың көҙөнән алып барыла. Компания директоры Илдар Ибраһимов һөйләүенсә, бронялы «Урал»дар эшләү идеяһы МХО-ла ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һәм «Тайфун» хәрби машиналарын өйрәнгәндән һуң барлыҡҡа килгән. МХО биләмәһендә «Урал»дар миномет расчеттарын ташыу, алғы һыҙыҡтан яралыларҙы эвакуациялау һәм шәхси составты ташыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ машиналар радиоэлектрон көрәш системалары менән йыһазландырыла.