ӨФӨЛӘ БЕР ЙӘШЛЕК МАЛАЙ ТУҒЫҘЫНСЫ ҠАТТАҒЫ ТӘҘРӘНӘН ҠОЛАП ҺӘЛӘК БУЛҒАН — 29 сентября 2026 г. в 03:56:54.230
ӨФӨЛӘ БЕР ЙӘШЛЕК МАЛАЙ ТУҒЫҘЫНСЫ ҠАТТАҒЫ ТӘҘРӘНӘН ҠОЛАП ҺӘЛӘК БУЛҒАН 🪟 1 йәш 9 айлыҡ бала туғыҙынсы ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолап төшә. Алынған йәрәхәттәрҙән малай ашығыс ярҙам машинаһында йән бирә. Башҡортостандың тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә һәм бөтә шарттарҙы асыҡлай. Тәфтиш комитеты ата-әсәләргә иҫкәртә: бәләкәй балаларҙы асыҡ тәҙрәле бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, серәкәй селтәре ҡолауҙан һаҡламай, ә тәҙрәләргә йоҙаҡтар йәки фиксаторҙар ҡуйыу яҡшыраҡ.