Һайлауҙарҙың икенсе көнө тамамланды! 🗳 — 19 сентября 2026 г. в 15:23:49.898
Һайлауҙарҙың икенсе көнө тамамланды! 🗳 Һайлау участкалары ябылды, һәм беҙ ғорурлыҡ менән шуны әйтә алабыҙ: Стәрлетамаҡтар — битараф булмаған кешеләр. Ике көн дауамында һеҙ килдегеҙ, тауыш бирҙегеҙ һәм гражданлыҡ позицияһының нимә икәнен шәхси өлгөлә күрһәттегеҙ. Бөгөнгө кистең айырым бер мәле — участка ябылыр алдынан ғына Фәтҡуллиндарҙың күп балалы ғаиләһе тауыш бирергә килде. Был — бөтә эштең дә төп мәғәнәһе: ғаиләләрҙең бер бөтөн булып килеүе, балаларҙың бәләкәйҙән һайлауҙың мөһим һәм етди эш икәнен күреп үҫеүе. Тауыштарҙы һанау дауам итә. Һөҙөмтәләр алда! #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026