Алсу орден менән бүләкләнгән — 3 октября 2026 г. в 09:03:36.706
Алсу орден менән бүләкләнгән Бүләкләү тантанаһы Дәүләт Кремль һарайында Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының 10 йыллығына бағышланған "Иман көсө — халыҡтар берҙәмлегендә" кисәһендә уҙған. Тамырҙары менән Башҡортостандан булған Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алсуға II дәрәжә Рәсәй империяһының беренсе мөфтөйө исемендәге орден тапшырғандар. Бүләкләү тантанаһы Дәүләт Кремль һарайында Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының 10 йыллығына бағышланған "Иман көсө — халыҡтар берҙәмлегендә" кисәһендә уҙған. Награда йырсыға "Милли музыка мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, татар халҡының һәм Рәсәй халыҡтарының рухи һәм мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға, шулай уҡ милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн" бирелгән. Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"