Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә — 3 октября 2026 г. в 07:12:44.305
Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә Синоптиктар алдағы көндәрҙә республика буйынса ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр рәүешендәге яуым-төшөмдө фаразлай. Айырым райондарҙа төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә боҙлауыҡ булыуы көтөлә. 5 октябрҙә көнсығыш райондарҙа электр сымдарына һәм ағастарға ҡар һырыуы, ваҡытлыса ҡар япмаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шәмбе һәм йәкшәмбе, 3 һәм 4 октябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар көтөлә, һауа температураһы төндә -5°С-ҡа тиклем төшә, көндөҙ +3°С-тан +8°С-ҡа тиклем йылы. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы мөмкин, төньяҡтан көслө ел иҫеүе менән оҙатыла. Төндә һәм иртән юлдарҙа айырым урындарҙа томан төшөүе, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмеүе көтөлә.