Үрмәксе ауы (хикәйә) — 4 октября 2026 г. в 13:30:01.045
Үрмәксе ауы (хикәйә) “Тереләй күмдегеҙ би-и-ит, сығарығыҙ мине-е-е!” – тип сүл бүреһеләй олоно Сәлим, таҡталарҙы бармаҡтарын ҡанатҡансы тырнап. Ул инде йөрәк һуғыуын да, күңел болғаныуын да, баш сатнауын да онотто. Үҙ тамағының ғыжылдап сыйылдауына уянып китте ул. Кибеп аңҡауына йәбешкән телен көскә әйләндереп, күптән тәрбиә күрмәгән, ярылған ирендәрен ҡыбырлатты. Йөрәгенең ярһып тибеүе уны тертләтте, көн дә ҡабатланған хәлен иҫләгәс тә сарсаған тәне буйлап ҡурҡыу тулҡыны йүгерҙе. Яңы градус даулаған йөрәк мейегә бәрҙе, туҡ-туҡ дөпөлдәгән һайын башының бер яҡ сите генә сүкеп ауыртырға кереште. Ир ауыр ыңғырашып ҡуйҙы. Хәл мөшкөллөгөн тойоп күҙҙәрен асырға маташты, әммә эренләгән күҙ ҡабаҡтары бер-береһенә йәбешкән, көскә айырылды. Дөм ҡараңғы. Ҡайҙа ята? Уң ҡулын ситкә шылдырҙы, бармаҡтары шыраулы стенаны һәрмәне. Ул тормаҡ булып ҡапыл ҡалҡынды, ләкин башы ҡаҡ таҡтаға бәрелеп кире ҡаҡлыҡты. Ҡото осто Сәлимдең. Әллә..? Ике ҡулын да күтәреп бармаҡтарын түбә буйлап йөрөттө. “Йышлап ҡаҙаҡлағандар,” – тигән уйҙан йөрәге һикереп сығырҙай булып туланы. https://ashkadar.com/news/azabi/2026-10-04/rm-kse-auy-hik-y-4834804