🍂Яңы аҙна хәйерле булһын!
🍂Яңы аҙна хәйерле булһын! 🌨️ Бөгөн республикала һәм Стәрлетамаҡта көндөң аяҙлы-болотло булыуы, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Көнсығыш райондарҙа епшек ҡарҙың ағастарға һәм тимер сымдарына һырыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы республикала +5, +10, Стәрлетамаҡта +3, +5 градус йылы.