🌿 Бир, Хоҙайым🤲!
🌿 Бир, Хоҙайым🤲! 🕊️ Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы, Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә, Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек Шөкөр итеп бары бөгөнгә. 🤲 🌿 Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө, Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ, Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ. ❤️ Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым Рәхәтлектә ғүмер кисерһен, Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым, Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен. 🤲 🌸 Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек Башҡаларға ярҙам итерлек, Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым, Кешем булһын ярҙам көтөрлөк… 🕊️ 🤍 Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән Ғүмер юлын йәшәп үтергә, Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ Фани донъяларҙан китергә🤲. ✍️Фирүзә Абдуллина.