Стәрлетамаҡта ял көндәрендә йәнә көҙгө экологик өмәгә сыҡты
Стәрлетамаҡта ял көндәрендә йәнә көҙгө экологик өмәгә сыҡты 10 октябрҙә ҡала халҡы бергәләп тәртип урынлаштырҙы! Алтын көҙ матур фотолар һалыу тураһында ғына түгел, ә ҡалала башҡарылған файҙалы эштәр тураһында ла. Был шәмбелә стәрлетамаҡтар дәррәү өмәгә сыҡты, улар араһында ҡалабыҙҙың 10-сы балалар баҡсаһы ла коллективы ла бар: парктар, ихаталар, урамдар һәм учреждениелар биләмәләрендә япраҡтар шауланы, кешеләрҙеъ шат тауышы ишетелде, Ер әсәбеҙ таҙарып, рәхәтләнеп тын алғандай булып ҡалды.