Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды
Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Сбер президенты һәм идара итеү советы рәйесе Герман Греф һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Тархандар» бейеүе менән ҡаршы алды. Радий Хәбиров һәм Герман Греф яңыртылған паркты, амфитеатрҙы, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты. Амфитеатрҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары «Әкиәт иле — Башҡортостан» спектакленән өҙөк күрһәтте. Радий Хәбиров һәм Герман Греф шулай уҡ яңыртылған фонтандарҙы ҡараны. Ҡунаҡтар килеүгә фонтанда күренекле композитор Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романсы» көйөнә урғылды. Өфөләге Ленин паркы — ҡаланың иң боронғо һәм үҙәк парктарының береһе. Уның тарихы быуат ярымдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә ала. Ошо йылдар дауамында парк Өфө халҡының һәм яҡындағы вуз студенттарының яратҡан ял урыны булып ҡала. 2025-2026 йылдарҙа ҙур реконструкция үткәрелде. Парк асылыу уңайынан бөгөн ҙур байрам концерты үткәрелде, тамашаны билдәле белорус йырсыһы IOWA биҙәне. Шулай уҡ халыҡ алдында киң билдәле Zaunedtin этно-шоуы, Илдар Абдуллин һәм «Тауыш» шоуында ҡатнашыусы Наҙгөл Отузова, балалар йыр ансамблдәре һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны.