Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы үткәрелә
Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә актер йыры конкурсы үткәрелә Башҡортостанда актер йыры конкурсы Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров иҫтәлегенә бағышлана. «Актер йыры» конкурсы «Ҡышҡы романс» тип атала. Конкурс 2026 йылдың 9 ноябрендә Өфөлә уҙғарыла. «Ҡышҡы романс» — күренекле актер башҡарыуындағы иң популяр йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған. Заявкалар 26 октябрға тиклем stdrd2018@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.