🇨🇭 Икенсе илдә булғанда яҡташтарыңды осратыу - иң ҡыуаныслыһы. Женевала яҡташтарыбыҙ ...
🇨🇭 Икенсе илдә булғанда яҡташтарыңды осратыу - иң ҡыуаныслыһы. Женевала яҡташтарыбыҙ ғына йәшәмәй, ә «Swiss Ural» ассоциацияһына берләшкән тотош башҡорт-татар диаспораһы барлығын белгәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов улар менән осрашмай түҙә алмаған. Был берләшмәне беҙҙең талантлы яҡташыбыҙ – хореограф, педагог һәм балет артисы Гүзәл Усманова-Гобе ойошторған. Швейцарияла ул 25 йылдан ашыу йәшәй. Был ваҡыт эсендә ул унда үҙенең бейеү мәктәбен асҡан. Гүзәл һәм уның уҡыусылары сәнғәттә һәм спортта ҙур уңыштарға өлгәшә. Иң ҡыҙыҡлыһы - Гүзәл Стәрлетамаҡтан. Үҙенең ижади юлын ул А.П. Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында «Задумка» ансамблендә башлай, ә һуңынан уҡытыусы булып китә һәм бер юлы беҙҙең культпросветучилищела уҡый. Хәҙер ул Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Гүзәлдең профессиональ һәм ижади юлы бик сағыу һәм бай. Бөгөн уның эшмәкәрлеге кешеләрҙе һәм илдәрҙе берләштерә. Уның проекты - «Swiss Ural» ассоциацияһы Швейцария һәм Рәсәй араһындағы мәҙәни күпер.