Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне
Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығының указы менән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеменә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артист-вокалисы Асҡар Абдразаҡов лайыҡ булды.