13 май Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортонда Аллағыуат, Ҡабаҡҡыуыш, Һарайҫа ауыл биләмәлә... — 19 мая 2026 г. в 05:58:53.268
13 май Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортонда Аллағыуат, Ҡабаҡҡыуыш, Һарайҫа ауыл биләмәләре волонтерҙары һәм Старлебаш волонтерҙар штабы етәксеһе Ринат Хөсәйенов, Һарайҫа ауыл биламәһе волонтеры, фермер Көмөшбаев Салауат, «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите журналисы Рәйлә Тойғонова менән түңәрәк өҫтәл үткәрелде.Был осрашыуҙға беҙҙең МХОла булган егеттаребеҙга нисек тә күберәк ярҙам күрһәтергә тигән маҡсат менән йыйылдыҡ. Мобилизацияланған егетебеҙ «Айыу» был саранан ситтә ҡалманы, ҙур теләк менән был осрашыуҙа ҡатнашты. Ауыл халҡының уға алып биргән бик кәрәкле тепловизор, унын ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Ул ауылдаштарына ҙур рәхмәтен еткерә. « Шундай ярҙам куберәк булған һайын, еңеү яҡынаясаҡ, беҙҙең ғүмерҙәр һаҡланасаҡ. Беҙ ботһәк , контрактҡа барыусы булмаһа , тағы мобилизация буласаҡ бит .Һеҙ теләр инегеҙме мобилизация булыуын!? - тине «Айыу» . Һарайҫа ауыл биламәһе волонтеры, фермер Көмөшбаев Салауат үҙ теләге менән МХОлағы егеттәр янына йыш ҡына йөрөп тора һәм аҡсалата ҙур өлөш индерә, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләргә ярҙам итә.Ул район фермерҙарҙын был иҙге эштә әүҙем ҡатнашыуҙарын һорай. Осрашыуҙы йомғаҡлап Ринат Йәүҙәт улы киләсәктә лә, бергә , берҙәм булырға әйҙәне. " Беҙ ярҙамыбыҙ һәм хәстәрлегебеҙ менән егеттәребеҙҙең рухын күтәрәбеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәбеҙ.Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт» тине.

