"Айыҡ ауыл - 2025" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурстың республика этабында ... — 19 мая 2026 г. в 11:41:23.885
"Айыҡ ауыл - 2025" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурстың республика этабында беҙҙең Ғәҙелғәрәй ауылы "Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында дәррәү һәм әүҙем ҡатнашты. Конкурстың һәр этабында ихлас ҡатнашҡан Ғәҙелғәрәй ауылы халҡы үҙенең берҙәмлеге, тырышлығы, еңеүгә ынтылышы, ихтияр көсө менән һоҡландырҙы. Конкурс сиктәрендә ауыл халҡы 300-ҙән артыҡ төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрҙе, күрше райондарҙа, өлкәләрҙә лә булып, тәжрибә уртаҡлашты. Ғәҙелгәрәй конкурстың онлайн-тауыш биреү этабында иң күп тауыш йыйыуға өлгәште, презентацияларҙы яҡлау этабында ла иң юғары балдар менән баһаланды. Халыҡтың тырышлығы юҡҡа булманы – Республика Башлығы Радий Хәбировтың, конкурстан тыш, айырым ҡушыуы буйынса ауылда һыу үткәреләсәк. Радий Фәрит улына Ғәҙелгәрәй ауылына булған иғтибары өсөн барлыҡ район халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ Ғәҙелғәрәй ауылы өсөн янып йөрөгән, ярҙам кулы һуҙған райондаштар, яҡташтар өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да берҙәм булып ҡалайыҡ! Уңыштар барығыҙға ла!

