Бөтә Рәсәй тарих проекты «Еңеү йөҙҙәре» тип атала. Уны «Рәсәй – минең тарихым» мульти... — 7 мая 2026 г. в 00:50:43.767
Бөтә Рәсәй тарих проекты «Еңеү йөҙҙәре» тип атала. Уны «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа тарих парктарында эшләтеп ебәргәндәр. Илдең 26 төбәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының ғаилә тарихтарын йыя башлағандар. Унда Башҡортостан халҡы ла ҡатнаша ала. Һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан нәҫелдәше, яҡыны, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, ғөмүмән, яҙмышы һуғыш осоро менән бәйләнгән кешеләр тураһында һөйләй ала. Тупланған иҫтәлектәр, фотолар, документтар Бөйөк Еңеү тураһында халыҡ йылъяҙмаһының бөр өлөшөнә әйләнә. Ҡатнашыу өсөн яҙмағыҙҙы «Лица Победы» бөтә халыҡ тарих проектына тапшырығыҙ https://лицапобеды.рф йә ошо форманы тултырығыҙ: https://forms.yandex.ru/u/69f33c2d49af470efab98cfe

