💥💥💥Иғтибар, иғтибар, иғтибар❗❗❗ — 18 июня 2026 г. в 05:23:59.089
💥💥💥Иғтибар, иғтибар, иғтибар❗❗❗ ✅Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Ауыл уттары” һәм “Зилаирские огни” район гәзиттәренә яҙылыу осоро тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Йәйге мәшәҡәттәргә башкөллө сумып йәки көтөп алынған отпускта ял итеп, был мөһим эш тураһында онотоп ҡуймағыҙ. Бөгөндән үк почта бүлексәһенә ашығығыҙ. Район үҙәгендә йәшәүселәр редакция аша ла яҙыла ала. Ә инде иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында беҙ йылдағыса матур-матур бүләктәр ҙә уйнатасаҡбыҙ! 👇👇👇 Әйтергә кәрәк, быйылғы приздарыбыҙ бик үҙенсәлекле:👍 👏👉1. Тимер оҫтаһы Артем Пинягиндан бынамын тигән МАНГАЛ. Бик ваҡытлы һәм кәрәкле бүләк, шулаймы? 📸👉2. Фотограф Любовь Белоусованан БУШЛАЙ фотосессия. Шундай йәмле йәй миҙгелендә тәбиғәт ҡосағында бынамын тигән матур, иҫтәлекле фотолар эшләргә була. 🥛👉3. Шәхси эшҡыуар Марат Абдулов 7,5 литр шифалы ҠЫМЫҘ. Һыуһынды ҡандырыусы һәм көс биреүсе, тәнгә ҡеүәт биреүсе үҙенсәлекле эсемлекте моғайын да отҡоғоҙ киләлер?! Бына ошондай елле приздарҙы отоу яп-ябай. 💥1. “Ауыл уттары” йәки “Зилаирские огни” гәзиттәренә ярты йылға яҙылырға. 💥2. Подписканы раҫлаған квитанцияғыҙҙы редакция алып килеп йәки хат менән ебәреп теркәтергә. 💥3. Бүләктәр Июль айында уйнатыласаҡ! Район гәзитенә яҙылығыҙ, уҡығыҙ, беҙҙең отошта ҡатнашып бәхетегеҙҙе һанап ҡарағыҙ!

