Бергә төҙөлгән уртаҡ яҙмыш — 17 июля 2026 г. в 03:37:34.568
Бергә төҙөлгән уртаҡ яҙмыш https://aulut.ru/news/auyl-matur-keshel-re-men-n/2026-07-17/berg-t-lg-n-urta-ya-mysh-4754323 55 йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү-үҙе бер бәхет түгелме... Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, ошондай оло юбилейҙарға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк. Байғужа ауылында ғүмер итеүсе дан ғаиләләрҙең береһе – Роза Шәрифйән ҡыҙы менән Вәлиулла Ғәлиулла улы Теүәлбаевтар тураһында әйткәндә инде, улар бөгөн тап ошо мәлдәрҙе үтеп, әле балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары һәм ауылдаштары өсөн өлгө булып йәшәйҙәр.

