Республика конкурсында ҡатнаштылар! — 28 сентября 2026 г. в 11:50:17.399
Республика конкурсында ҡатнаштылар! Ирекмән янғын һүндереүселәр ауыл биләмәләрендәге халыҡтың янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларында айырым урын биләй һәм бик мөһим роль уйнай. Ирекмән янғын һүндереүселәрҙең квалификацияһын күтәреү, уларҙы дәртләндереү һәм был эшмәкәрлекте популярлаштырыу өсөн республикала төрлө саралар үткәрелә. Ағымдағы йылдың 23 сентябрендә республиканың «Патриот» паркында дүртенсе тапҡыр «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекмән янғын һүндереү командаһы» смотр-конкурсы уҙҙы. Был ярыштарҙа республикабыҙҙың 46 районынан бөтәһе 54 команда ҡатнашты. Белеүегеҙсә, ирекмән янғын һүндереү командаһы – ул теләһә ниндәй мәлдә кешеләргә ярҙамға килергә әҙер булған етди көс. Беҙҙең район намыҫын Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә ҡараған ирекмән янғын һүндереү командаһы – Юлай Мортаев менән Нургиз Теләүембәтов яҡланы. Үткән йылда ла ҡатнашҡан Нургиз Теләүембәтов районыбыҙҙың иң йәш ҡатнашыусыһы булараҡ билдәләнде. Беҙҙең команда смотр-конкурстың янғын һүндереү өсөн яраҡлаштырылған техника менән эш итеү буйынса лайыҡлы 12-се урынды яуланы. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә шундай әүҙем булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!