1 октябрь, Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан район мәҙәниәт һарайында оло йәштәгеләрҙе тәб... — 2 октября 2026 г. в 05:06:45.373
1 октябрь, Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан район мәҙәниәт һарайында оло йәштәгеләрҙе тәбрикләү тантанаһы булып үтте. Хеҙмәт ветерандарын, хаҡлы ялдағыларҙы ҡотлап район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов сығыш яһаны һәм изге теләктәрен юлланы. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ветерандарға район хакимиәтенең Почет грамоталарын, Рәхмәт хатын тапшырып үтте. Шулай уҡ оло быуын вәкилдәрен район үҙәгенең ветерандар Советы рәйесе Надежда Ивановна Булавина байрам менән ҡотлап үтте, ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө теләне. aulut.ru/news/bayra...