🔔 Барығыҙҙы ла Белем көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
🔔 Барығыҙҙы ла Белем көнө менән ҡайнар ҡотлайым! 📚✨ Изге, яуаплы эшегеҙҙә гел уңыштар ғына юлдаш булһын, яңы еңеүҙәр килтерһен! 🚀 Иғтибар итегеҙ, алдағы көндәрҙә мине эфирҙарҙа күрә һәм тыңлай алаһығыҙ: 📻 БӨГӨН, 1 СЕНТЯБРЬ Ҡайҙа: «Ашҡаҙар» радиоһы Ваҡыты: 12:15 (көндөҙгө беренсе ун биш минутта) Тапшырыу: «Беҙҙең донъя» 📺 ИРТӘГӘ, 2 СЕНТЯБРЬ Ҡайҙа: «БСТ» телеканалы Ваҡыты: 07:15 (иртәнге һигеҙенсе ун биш минутта) Тапшырыу: «Сәләм» 💻 Эфирҙарҙа яңы «АйнаТекст» проекты — башҡортса текст эшкәртеүсе яһалма интеллект белгестәре берләшмәһе тураһында һөйләйәсәкмен. Өҫтәүенә, һеҙҙе бик мөһим иғлан көтә! 🔥Тыңламай ҡалмағыҙ, ҡушылығыҙ! 🤝 Ошо ваҡыттарҙа осрашҡанға тиклем! 👋