✨Үрге Яйыҡбай ауылында МХО- ла ҡатнашыусы мәрхүм батыр яугирҙәребеҙ Рауил һәм Рәмил Ҡол... — 27 июля 2026 г. в 07:22:34.188
✨Үрге Яйыҡбай ауылында МХО- ла ҡатнашыусы мәрхүм батыр яугирҙәребеҙ Рауил һәм Рәмил Ҡолһариндар иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы үтте. Сараны ойоштороусы, бүләктәр әҙерләүсе Ҡолһариндар ғаиләләренә, туғандарына, балаларына ауыл халҡы ҙур рәхмәтен еткерҙе. “Сәй өҫтәле һый - хөрмәттән һығылып торҙо. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныстар теләйбеҙ. Батыр яугирҙәребеҙҙең мәңгелек йоҡолары тыныс булһын. Илебеҙгә тыныслык килһен!”- тип яҙа улар. ✨В селе Верхнеяикбаево прошел волейбольный турнир, посвященный памяти наших героев - участников СВО Равиля и Рамиля Кулгариных. Жители Верхнеяикбаево поблагодарили семью, родственников, детей Кулгариных, которые организовали мероприятие и подготовили подарки для участников.

