🏆Бөрйән районының “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә һәм Халыҡтар дуҫл... — 27 июля 2026 г. в 07:04:34.163
🏆Бөрйән районының “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында Алдар Иҫәкәев иҫтәлегенә һәм Халыҡтар дуҫлығы йылына арнап көрәш буйынса "Урал батыр” кубогы үтте. Унда Юлыҡ ауылынан тренер Барис Миңлебаев етәкселегендәге йәш көрәшселәр ҡатнашты. Был юлы ла улар һынатманы. Үҙ ауырлыҡтарында Солтан Миңлебаев – беренсе, Аслан Миңлебаев – икенсе, Барый Миңлебаев өсөнсө урындарҙы алды. Солтан Миңлебаев абсолют чемпион булып ҡолон менән бүләкләнде. Афарин! 🏆В заповеднике «Шульган-Таш» Бурзянского района прошел Кубок «Урал-батыр» по борьбе курэш, посвященный памяти Алдара Исикеева и Году дружбы народов. В нем приняли участие юные борцы из села Юлуково под руководством тренера Бариса Минибаева. В своих весовых категориях первое место занял Султан Минибаев, второе — Аслан Минибаев, третье — Бари Минибаев. Султан Минибаев стал абсолютным чемпионом и получил в подарок жеребенка. Молодцы!

