🌺Баймаҡ районы Абзаҡ ауылында йәшәүсе ветеран уҡытыусы - Әхмәтова Әнисә Ғәлимйән ҡыҙы ...
🌺Баймаҡ районы Абзаҡ ауылында йәшәүсе ветеран уҡытыусы - Әхмәтова Әнисә Ғәлимйән ҡыҙы 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Юбилей сараһында ветеранды тантаналы рәүештә уҡыусылары, ауылдаштары һәм яҡташтары ҡотланы. Моҡас ауыл советы башлығы Гөлназ Хажина Әнисә Ғәлимйән ҡыҙына иң изге теләктәрен еткерҙе. Тантана барышында ветеранға Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы ветерандар советынан Рәхмәт хаты, шулай уҡ Баймаҡ районы Ҡоролтайынан Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Оҙаҡ йылдар балаларға белем биреп, хәҙерге көндә лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ветеран уҡытыусы Әнисә Ғәлимйән ҡыҙы Әхмәтоваға артабан да ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ! 🌺Свой 85-летний юбилей отметила Аниса Галимьяновна Ахметова, ветеран - учитель из деревни Абзаково Баймакского района! В праздничный день рядом были выпускники, земляки и односельчане. Их тёплые слова и поздравления стали лучшим подарком для юбилярши.