✨1- се Этҡол ауылының Б.Юлыев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе 50 йыллыҡ матур...
✨1- се Этҡол ауылының Б.Юлыев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе 50 йыллыҡ матур юбилейын билдәләне. Был матур бинала урынлашҡан яңы мәктәп 1976 йылда үҙ ишектәрен аса. 50 йыл эсендә мәктәп меңәрләгән уҡыусыны оло тормош юлына баҫтырған. Бөгөн Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең төрлө йылдағы сығарылыш уҡыусылары тыуған ерендә намыҫлы хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа етәкселек иткән мәктәп директорҙары был белем усағының үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән. Бөгөн дә мәктәп коллективы йәш быуынға сифатлы белем һәм тәрбиә бирә. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте, үҙ эштәренә яуаплы ҡарашы һоҡландыра. Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан уҡытыусыларҙы, мәктәптең хөрмәтле ветерандарын һәм уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Мәктәбегеҙ артабан да үҫешһен, ә уҡыусыларығыҙ яҡшы һөҙөмтәләре һәм еңеүҙәре менән һәр саҡ һөйөндөрөп торһон! ✨Школа имени Б. Юлыева села 1‑е Иткулово с гордостью отметила свой 50‑летний юбилей! Поздравляем учителей, уважаемых ветеранов школы и всех учащихся с этой знаменательной датой! Пусть школа всегда остаётся надёжной опорой для учеников , где раскрываются таланты, крепнут мечты и формируются сильные, неравнодушные личности. Пусть выпускники пусть всегда хранят в сердце светлую память о родных стенах и с благодарностью вспоминают годы, проведённые в школе.