🌺Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарип...
🌺Баймаҡ еренең ғорурлығы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова – беҙҙең замандың тере классигы. Уның "Бөйрәкән" романы, "Тәңкәле ҡыҙ" повесы һәм башҡа бихисап әҫәрҙәре аша нисәмә быуын тәрбиәләнде. Әҙибәнең ижады бөгөн – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, ә геройҙары – тоғролоҡ һәм саф күңеллелек өлгөһө. 29 октябрь Районыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда Таңсулпан Ғарипованың 7 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы сығыуына арналған төбәк-ара "Тәңкәле ҡыҙ-2026" бәйгеһе уҙғарылды. Бығаса район кимәлендә генә үткән конкурста быйыл Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән иң уңған, зирәк һәм дәртле ҡыҙҙар ҡатнашты. Бәйгенең иң хөрмәтле ҡунаҡтары – Таңсулпан Ғарипова һәм танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай булды. Сағыу, тулҡынландырғыс һәм йәнле сара аҙағында Таңсулпан Ғарипова бөтә ҡатнашыусыларға үҙенең йылы рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәрен һәм яңы сыҡҡан 7-се том китаптарын тапшырҙы. "Тәңкәле ҡыҙ" бәйгеһе кеүек рух, тел һәм әҙәбиәт менән һүғарылған саралар булғанда, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө. 🌺29 октября в Районном доме культуры состоялся межрегиональный конкурс "Тәңкәле ҡыҙ-2026", посвященный выходу 7-томника Тансулпан Гариповой. В конкурсе приняли участие девушки из Баймакского, Бурзянского, Зилаирского, Зианчуринского районов и города Сибая.