Йөрәк йылыһы менән әҙерләнгән ризыҡ — яугирҙәребеҙгә иң ҙур ярҙам!
Йөрәк йылыһы менән әҙерләнгән ризыҡ — яугирҙәребеҙгә иң ҙур ярҙам! Шәп кәбеҫтә тоҙлау осоро етте. Был ҡышҡы ризыҡ ҡуйылған өҫтәл һәр ваҡыт өй ҡотлолоғон кәүҙәләндерә. Темәс ҡыҙҙары бергә йыйылып, ҡаһарман ир-егеттәребеҙгә, батыр яугирҙәребеҙгә кәбеҫтә тоҙларға йыйылдыҡ. Ошо кәбеҫтәләрҙә, кишерҙәрҙә беҙҙең йөрәк йылыһы, изге теләктәребеҙ һәм доғаларыбыҙ бар. Көзгө көндәрҙә һалдаттарыбыҙ өй ризығы менән туҡланһын, туған яҡтың тәмле еҫен тойһон тип тырыштыҡ. Был изге эшкә ҡушылған, кәбеҫтә алырға ярҙам ителәр Зөбәржәт туйын үткәргән Үҙәнбаевтарҙың ғәиләһе, Сибайҙа торған ауылдашыбыҙ Тургалин Р.Н., һәм уны турашҡан һәм тоҙлашҡан ҡыҙҙарыбыҙга, рәхмәт еткерәм. Был ҡышҡы тоҙламалар яугирҙәребеҙҙең кәйефен күтәрһен, сәләмәтлектәрен нығытһын! Илебеҙгә тиҙерәк еңеү менән, имен-аман ҡайтырға яҙһын барыһына ла! Беҙ уларҙы көтәбеҙ һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ! Жительницы села Темясово собрались, чтобы засолить капусту для наших доблестных воинов. В этой капусте и моркови — тепло наших сердец, добрые пожелания и молитвы. К этому доброму делу присоединились семьи Узянбаевых и Тургалиных.