Башҡорт донъяһы
Канал в MAX
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Канал в MAX
Хәйерле көн 🦋 Фото: "Һомай" ансамбле.
Ялдар нисек? Видео: ZaGa
❓ Ә һеҙ ниндәй яҙғы үләндәрҙе яратаһығыҙ? Бына Күгәрсен районынан "Йәш фермер" блогын алып барыусы Нурсолтан Хөсәйенов кәзә һаҡалын (первоцвет весенний, примула) ашап йөрөй. 💯 Ҡуҙғалаҡ, кесерткән, бәпембә, йыуа һ.б. миҙгеленә аяҡ баҫып киләбеҙ түгелме? Ниндәй үләндәрҙе ашайһығыҙ йәки боронғолар һөйләгәндән генә беләһегеҙме?
Ҡаҙаҡ туғандар менән🔥 Видео: Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
Баймаҡта бөгөн ҡар яуған, тип хәбәр итәләр 😱 Яҙғы көнгә ышаныс юҡ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, кейенеп йөрөгөҙ 🙏
📌 Журналист, продюсер, алып барыусы, етәксе Рита Өмөтбаева Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Рита Ришат ҡыҙы бик күп мәҙәни саралар, фестивалдәр, концерттарҙы ойоштороусы, "Байыҡ", "Башҡорт йыры", "7 егет" һ. б. телевизион проекттар авторы. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, ҡотлайбыҙ! 🌹
📌"Һеңлекәш"тәге игеҙәктәр "Йәшел Башҡортостан"да ҡатнашҡан. Александр Галибиндың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән билдәле "Һеңлекәш" фильмында уйнаған игеҙәктәр - Денис һәм Данис Ғүмәровтар тыуған көндәрендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡан. 🔹 "Йәшел Башҡортостан" акцияһының берҙәм көнөндә егеттәргә 18 йәш тулған. Улар - Башҡорт иҡтисади-юридик колледжының 3-сө курс студенттары. 🔹 Был турала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр иткән. 💯 "Ете йыл үткән. Һәр кемеһенең үҙ юлы: Денис колледжды тамамлағандан һуң актер һөнәрен дә үҙләштерергә, ә Данис юрист булырға теләй. Ҡасандыр тыуған Инйәр буйҙарында киноға төшкән егеттәр бөгөн буй етеп, тыуған яғы өсөн ниҙер эшләүен күреү ҡыуаныс", - тип яҙған Ирина Александровна. Егеттәргә уңыштар теләйбеҙ!🥰
📌150 ЙЫЛ ПЕДАГОГТАР ӘҘЕРЛӘЙ Башҡортостандың бай тарихлы белем усаҡтарының береһе - Благовещен педагогия колледжы. 🔹 1876 йылдың октябрендә уҡытыусылар семинарияһы булараҡ барлыҡҡа килгән был уҡыу йорто Дмитрий Дашков бүләк иткән бинала урынлаша. Ул саҡта Дашковтар Блеговещен баҡыр иретеү заводының хужаһы була. 🔹 Был осорҙа йыл да Өфө, Пермь, Архангел, Вологда һәм башҡа губерналарҙан 280-300 кеше ғариза яҙа, шуларҙың 30-ын ғына уҡырға алалар. 🔹 1893 йылға тиклем семинарияла тик урыҫ егеттәре генә уҡый. 🔹 1917 йылғы революциянан һуң, 1918 йылда семинария бер йыллыҡ педагогия курстарына үҙгәртелә. Беренсе тапҡыр төрлө милләт ҡыҙҙары уҡырға алына. 🔹 Бөйөк Ватан һуғышынан һуң белем усағы үҫешә: 1947 йылда 7 йыллыҡ мктәптәргә физкультура уҡытыусыларын әҙерләү бүлеге асыла һәм …
Читать целикомЙома сәйе тәмле булһын! ❤️ Хозурланып-моңланып ял итеп алығыҙ. Видео: Эвелина Әминова һәм Ғайсар Мөхәмәтйәнов.