📌 "Аҡбуҙат" эпосы буйынса - перфоманс!
📌 "Аҡбуҙат" эпосы буйынса - перфоманс! Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса театр йәнһүрәте - мультимедиялы перфоманс проектын тормошҡа ашырған. 🔥 Премьераһы 15 октябрҙә. 🔹 Проект театрҙың "Аҡбуҙаттың тылсымлы күле" ("Озеро заколдованного коня") спектакле нигеҙендә эшләнгән. 2024 йылда ул "Алтын битлек" милли театр премияһына тәҡдим ителгәйне. 🔹 Йәнһүрәттә спектаклдең үҙенсәлектәре һаҡланған. Уның сценарийын Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһы буйынса Владимир Аношкин яҙған. Ҡуйыусы режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова. Компьютер графикаһын «ART‑Media» студияһы эшләгән. 🔹 Был эш "Халыҡ-ара мәҙәни үҙәктәр" федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. 🔹 Әйткәндәй, «ART‑Media» креатив индустриялар студияһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡарамағында эшләй. Ул Рәсәйҙә берҙән-бер. Өр-яңы тамаша төрөн беренсе булып ҡарағыҙ! 🔥