💥 Иртәгәнән Өфө – Ярославль автобусы йөрөй башлай — 11 июня 2026 г. в 08:44:43.422
💥 Иртәгәнән Өфө – Ярославль автобусы йөрөй башлай 🔷12 июндә Өфөнән Ярославль ҡалаһына автобус рейсы (маршрут №932) асыла. Пассажирҙарҙы "Башавтотранс" предприятиеһының уңайлы турист автобустары йөрөтәсәк. 🔶Автобустар Өфөләге Көньяҡ автовокзалдан – шишәмбе һәм йома көндәрендә киске сәғәт 8-ҙә, Ярославлдән кесаҙна һәм йәкшәмбе иртәнге сәғәт 10-да юлға сыға. Юлға 28 сәғәт ваҡыт китә. 🔷Улар Дүртөйлө – Яр Саллы – Ҡазан – Чебоксар – Түбәнге Новгород – Палех – Шуя – Иваново – Кострома маршруты буйынса уҙасаҡ. 🔶Өфөнән Ярославлгә тиклем билет хаҡы 4 мең һум тирәһе.

