🌨 Һауа торошо: ялдарҙа нимә көтә? — 2 октября 2026 г. в 04:40:55.898
🌨 Һауа торошо: ялдарҙа нимә көтә? 🔷Күренеүенсә, һауа торошо боҙолдо. Ялдарҙа ла ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. 🔶Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ямғыр яуа, урыны менән ҡар ҡатыш. Төньяҡтан һалҡын ел иҫә. Һауа температураһы +4…+9°, көньяҡ-көнсығышта — +14° тиклем. ❗️Иртәгә лә ошондай һауа торошо, юлдарҙа боҙлауыҡ. Төнөн температура 0…-5°, көндөҙ +3…+8° була. 🔷Йәкшәмбе, 4 октябрҙә лә шәмбеләге кеүек һауа торошо көтөлә. Лилиә Нуретдинова фотоһы.