🎈Эргә-тирәбеҙ – гөл баҡса — 10 июня 2026 г. в 08:36:00.967
🎈Эргә-тирәбеҙ – гөл баҡса 🔷Башҡортостан Рәсәйҙә бөтә төр күрһәткестәр буйынса ла алдынғы, юғары кимәл нисәмә йылдар һуҙымында шулай тотороҡло һаҡланыуын дауам итә. Әлбиттә, ошо уңыштарҙың барыһы ла республика Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрлегенә туранан-тура бәйләнгән. 🔷Беҙҙә йыл да йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереүгә һәм ҡала-ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, һуңғы ете йылда төбәктә бер меңгә яҡын йәмәғәт биләмәһенә икенсе һулыш өҫтәлгән. 🔷2025 йылдың 1 ғинуарынан республикабыҙҙа "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектының "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына старт бирелде. Ошо проект сиктәрендә былтыр 170 биләмә үҙенең йөҙөн яҡшыға үҙгәртте. Төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотҡан йәмәғәт биләмәләрен кешеләр үҙҙәре билдәләй. Ул Бөтә Рәсәй тауыш биреү алымы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. ✅Тулыһынса уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-06-10/erg-tir-be-g-l-ba-sa-4716271

