📌 ИИ донъяны ҡотҡарырмы? — 16 июня 2026 г. в 11:11:44.736
📌 ИИ донъяны ҡотҡарырмы? Башҡортостан журналистары медиайыйыны сиктәрендә яһалма зиһен тураһында һөйләшеү булды. Секция эшен "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Станислав Шахов алып барҙы. 🔷 Спикерҙар - Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный, Е7Е-медиа видеопродакшен студияһы етәксеһе Батыр Ғәлимов, «Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының MАХ-ты үҫтереү буйынса эксперты Радик Гәрәев сығыштарында тормошта һәм киң мәғлүмәт сараларында ИИ ҡулланыу буйынса ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәрен һәм фекерҙәрен уртаҡлашты. 🔶 Һөҙөмтәлә секцияла ҡатнашыусылар "Уйларға кәрәкмәй икән тип уйларға кәрәкмәй" тигән һығымтаға килде. Яһалма зиһендең мөмкинлектәре ҙур һәм уны файҙаға ҡулланыу зарур икәне аңлашылды.

