✅ Тырышлыҡ та, ихтыяр көсө лә кәрәк — 1 июля 2026 г. в 09:34:34.954
✅ Тырышлыҡ та, ихтыяр көсө лә кәрәк 💯 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә лә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты булмаҫҡа тейеш! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала эш башлаған тәүге осорҙа уҡ “Россия-24” телеканалында һаулыҡ һаҡлауҙы заманса тармаҡҡа әүерелдереү хыялы менән сығыш яһап, халыҡ күңелендә яҡшы дауаланыу шарттарына өмөт уятҡайны. “Ә ҙур республикала медицина ауылдан башлана. Бында әле күп төбәктәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябыҡ, амбулаторияларҙың юҡлығы һәм медицина белгестәренең етешмәүе билдәле. Беҙ ысынбарлыҡта ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙа етди тәртип булдырабыҙ – юғары технологиялы медицина ярҙамында ла, ҡалалар кимәлендә лә. Беҙ юлыҡҡан төп проблема стеналар, биналар йәки ҡорамалдар юҡлығында ғына ла түгел, ә табиптар булмауында. Был – беҙҙең өсөн бик етди һынау”, – тип республика етәксеһе алда торған бурыстарҙың мөһимлегенә баҫым яһаны. Тулыраҡ уҡырға: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-07-01/tyryshly-ta-ihtyyar-k-s-l-k-r-k-4738041

