🌞💦 Июль ниндәй булыр? — 1 июля 2026 г. в 06:38:43.615
🌞💦 Июль ниндәй булыр? 🌤 Рәсәй гидрометеорология үҙәге синоптиктары Башҡортостанда июлгә һауа торошон фаразланы. Уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә, ул +19,2 градус тәшкил итә. Айлыҡ яуым-төшөм нормаһы яуасаҡ, ул яҡынса – 50-70 миллиметр. ⛅ Тулыраҡ мәғлүмәт, һәр ваҡыттағыса, Гисметео порталында бар. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эҫе һауа торошо айҙың тәүге декадаһында ғына фаразлана. 4 июлдән 9-на тиклем һауа температураһы +25-тән +29 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Икенсе декадала уртаса йылы — +22-нән +25 градусҡа тиклем. Ай аҙағына термометр бағанаһы +21 градусҡа тиклем төшәсәк. ⛈️ Ҡыҫҡаһы, ҡыштан бирле фаразланған эҫе йәй быйыл булмай...

