Күңелле мәл етте – бүләк уйнатабыҙ! — 8 июля 2026 г. в 12:27:42.941
Күңелле мәл етте – бүләк уйнатабыҙ! Матбуғатҡа яҙылыусыларҙың һаны йылдың икенсе яртыһына кәмей төшә. Әммә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлыҡты өҙмәй, оҙайта барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ бар. Баҫмабыҙға яҙылып, һеҙ беҙгә дәрт, илһам өҫтәнегеҙ. Шуға рәхмәтебеҙҙе белдереп, квитанцияларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ. Көнкүрештә кәрәкле – үтек, сәйнүк, ит турағыс, фен кеүек шәп бүләктәрҙе отоп, яҡындарығыҙҙы ҡыуандырыуҙы ҡулдын ысҡындырмағыҙ, 20 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалырға тырышығыҙ. Бының өсөн яҙылыу хаҡында квитанцияғыҙҙы фотоға төшөрөп, ватс апҡа (+79174202028) йәки электрон почтаға (bashgazeta@mail.ru) ебәрегеҙ. Ә инде “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Яҙыл да от!” акцияһы буйынса Башҡортостан юлдаш телеканалында уйнатылған бүләктәрҙе алыр өсөн ике баҫмаға яҙылыу хаҡында хатығыҙҙы gup-orpp@yandex.ru электрон почтаһына юллағыҙ. Йәрәбә тартыу август айына билдәләнгән. Бүләктәр шәп, өлгөрөп ҡалығыҙ! Гөлназ Ҡотоева.

