🍊🍒 Әфлисунлы һәм ҡарағатлы компот — 8 июля 2026 г. в 08:22:20.640
🍊🍒 Әфлисунлы һәм ҡарағатлы компот 🥤 3 литрлы банкаларҙы стерилләйбеҙ, төбөнә ҡыҙыл һәм булһа аҡ ҡарағат (суҡтары менән), әфлисун телемдәре һалабыҙ. Һыу һәм 1,5 стакан шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ, ҡайнар сиропты банкаларға тултырып, ябып ҡуябыҙ. Ҡыш көнө танһыҡты ҡандырыр шәп компот буласаҡ! Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ. Сығанаҡ һәм фото: Сулпан Ғарифуллина.
1 125 просмотров

