🌸 Быйыл июль ғәжәпләндерәсәк! — 8 июля 2026 г. в 06:38:23.784
🌸 Быйыл июль ғәжәпләндерәсәк! 🌞 Июль Башҡортостанда йәшәүселәргә көтөлмәгән бүләктәр әҙерләй. Улар иҫәбендә – 30 градуслы эҫе һәм мул яуым-төшөм. Синоптиктар июлгә һауа торошон үҙгәртте. 💦 “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, айҙың икенсе декадаһы башында эҫе көндәр фаразлана. 11 июлдә көндөҙ һауа +31 градусҡаса һәм төндә +20 градусҡаса йылына. Һауа торошо киләһе бер нисә көн дауамында үҙгәрмәйәсәк. Тик күп тә тормай йәшенле ямғырҙар яуасаҡ һәм көндөҙ +20 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. 🌞 Айҙың өсөнсө декадаһы башында республикаға йәнә тропик һауа торошо килә. Термометр бағанаһы 30 градустан юғары күтәрелә. Бер нисә көндән эҫелек йәнә төшә. Ямғырҙар яуыу менән һауа температураһы көндөҙ +20 градусҡа, төндә +12 градусҡа тиклем төшә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

