🌲12 төп күк шыршы ултыртылған — 7 июля 2026 г. в 17:05:44.841
🌲12 төп күк шыршы ултыртылған Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте. Был юлы ла ҡаҙмаштарға “Салауат” компанияһының ярҙамы тос булды. ✅Ҡаҙмашта үткән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға "Салауат" компанияһы тарафынан 12 төп күк шыршы ултыртылды. Шулай уҡ тротуар плиткаһы һәм бордюрҙар һалыу буйынса эштәр башҡарылған. Обелискҡа алып барған 14 метр оҙонлоҡтағы юл заманса төҙөлөш материалдары менән төҙөкләндереләсәк. Был эштәрҙең барыһы ла “Салауат” компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон"

